Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Апрель 2020, 10:52

13 градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн Башҡортостанда 13 градусҡа тиклем йылыта.

Төбәктә көн болотло була, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 8-13 градус йылы була.
Иртәгә епшек ҡар, ямғыр яуыуы күҙаллана. Ел төньяҡтан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 1 градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы, көндөҙ 2-7 градус йылы булыуы көтөлә.
Шишәмбе Башҡортостанда епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сығыуы ихтимал, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан көсәйеүсән. Төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ 5 градусҡа тиклем йылыта.
Фото: mgnovenie.info
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/13-gradus-a-tiklem-yilita-202836/
Читайте нас