Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
4 Апрель 2020, 09:10
Мәскәүгә – көнөнә ике тапҡыр ғына
4 – 10 апрелдә Рәсәйҙең “Аэрофлот” авиакомпанияһы Мәскәү менән Өфө араһындағы рейстарҙы кәметә.
4 һәм 5 апрелдә – көнөнә өс, ә 6 – 10 апрелдә иһә икешәр рейс башҡарыла, йәғни аҙнаһына – бөтәһе 16 осош. Әлегә тиклем Мәскәү менән Өфө араһында аҙнаһына 49 рейс була торғайны.
Пассажирҙарға, рейстары булмаған осраҡта, бронде башҡарылған осоштарға алмаштырырға тәҡдим ителде. Ғөмүмән, 6 апрелдән “Аэрофлот” Рәсәй буйынса осоштарҙы байтаҡҡа ҡыҫҡартты, ә халыҡ-ара бәйләнеште 4 апрелдән туҡтатты.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/M-sk-g--k-n-n-ike-tap-ir-ina-201988/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"