Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
4 Апреля 2020, 06:25
Коронавирус ҡына түгел...
Бер нигә ҡарамай, Хөкүмәттәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәләр дауам итә. Сираттағыһы, ғәҙәттәгесә, дүшәмбе, 6 апрелдә, 11.00 сәғәттә үтәсәк. Уны, һәр ваҡыттағыса, тура эфирҙа ҡарарға була.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән үткәрә.
Видеоконференция режимында ҡала-райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән республикала коронавирус инфекцияһын таратмау саралары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл-транспорт комплексындағы хәлдәр ҡараласаҡ.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яҙғы сәсеү эштәре башланыуы, ихата биләмәләрен һәм подъездарҙы ремонтлауға, быйылғы ташҡынға әҙерлек торошо менән танышасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Koronavirus-ina-t-gel-201506/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"