Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Апрель 2020, 06:02

«Бирешмәйек, ныҡ булайыҡ, алға барайыҡ!»

#Шаймуратовгерой Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирелеүе уңайынан башланған флешмобҡа Асҡын ауылында йәшәүсе Дилбәр һәм Илгиз Ғәләүетдиновтар ғаиләһе лә ҡушылды.


«
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде. Әлбиттә беҙ ҙә бик һөйөндөк, ғорурланабыҙ! «Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!» – тип ҡабатлаған генерал Шайморатов үҙенең яугирҙарын яуға күтәргәндә. Беҙ ҙә бер ҡасан да ауырлыҡтарға бирешмәйек, берҙәм, рухлы булайыҡ! Бына әле коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн илебеҙҙә, республикала, районыбыҙҙа юғары әҙерлек режимы индерелеп, сикләү саралары (карантин) иғлан ителде. Тимәк, өйҙә ултырырға, киҫкен ихтыяж юҡ икән, урамға сыҡмаҫҡа, үҙеңде һәм башҡаларҙы хәүефкә һалмаҫҡа кәрәк», - тине дүрт бала әсәһе, Асҡын ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова.

Наилә Имаева.

Читайте нас