Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Апрель 2020, 15:15

Үҙе лә, күңеле лә, йорт-ихатаһы ла балҡып тора!

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Рима Рәлиф ҡыҙы Фәрхетдинова тирә-яҡтағыларға матурлыҡ өләшеп, барыһын да һоҡландырып ғүмер итә.

Оло Шаҙы ауылының ситендә генә күҙ яуын алырлыҡ йорт бар. Был йорттоң хужалары Рима һәм Альберт Фәрхетдиновтар. Ихатаның бөхтәлегенә, тәртибенә һоҡланмау мөмкин түгел. Йәй айҙарында уларҙың ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә. Был йортта матурлыҡ тыуҙырыусы, ғаиләнең усағын һаҡлаусы гүзәл зат – Рима Рәлиф ҡыҙы. Бар эшкә лә уңған, туған йәнле, хәстәрлекле ҡатын ауылдаштары араһында оло хөрмәткә эйә. Ауылдашы менән һоҡланыуын белдереп, шундай йылы, йөкмәткеле хат яҙып ебәргән редакциябыҙға Ошо Шаҙы ауылынан Әнисә апай Закирова.

Хаттың тулы вариантын “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең 7-се һанында уҡырһығыҙ.

Фотолар Рима Рәлиф ҡыҙының “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.

Читайте нас