

6 апрелдә, дүшәмбе көндө, мәктәптәр дистанцион белем алыуға күсәсәк. Беренсе дәрес 10.00 сәғәттә башланасаҡ. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрәсәк.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов белдереүенсә, район уҡытыусылары дистанцион дәрестәр ойошторор өсөн тейешле уҡыуҙар үткән, ата-әсәләр менән дә балаларына ситтән тороп уҡыр өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса эштәр алып барылған.
Асҡын ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Рөстәм Абдуллиндар өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Аделина - Асҡын 1-се мәктәбенең 10-сы, Алина - 8-се, Раил 3-сө класында белем ала.
“Дистанцион уҡыуға әҙербеҙ. Класс етәкселәре ватсапта махсус төркөм асып, әҙерлек эштәре алып барҙы,уҡытыусылар методик күрһәтмәләр бирҙе. Шулай уҡ онлайн дәрес ойоштороу өсөн zoom конференц - бәйләнешен булдырырға ярҙам иттеләр. Уҡытыусылар уҡыусылар менән онлайн бәйләнешкә инеп, ҡайһы бер биремдәрҙе үтәп тә ҡараны. Компьютер аша ла, кеҫә телефондарынан да инеп ҡаранылар», - ти өс бала әсәһе Гөлнара Камил ҡыҙы.
Наилә Имаева.