Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Апрель 2020, 10:40

«Өйҙә ултырғанда китап уҡып, күңелегеҙҙе байытығыҙ!»

Балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу өсөн Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса буктрейлер төҙөй.



Илдә барған эпидемияға бәйле, республикала тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелде. Тимәк, киҫкен ихтыяж булмаһа, өйҙә ултырырға кәрәк. Кемдер был хәлдең кире яҡтарын күберәк күрһә, Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова иһә өҫтөнлөктәрен билдәләне.
“Ниһайәт, ата-әсәләргә балалары менән бергә өйҙә ултырырға, уларға күберәк иғтибар бүлергә, улар менән аралашырға форсат сыҡты. Мин ошо өйҙә ултырған ваҡытты бергәләп китап уҡып үткәрергә тәҡдим итәм”, - тине мәктәптә китапханасы һәм социаль педагог вазифаларын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы уҡытыусы.

Иҫегеҙгә төшөрәм, буктрейлер инглиз теленән «бук» (вook) - китап, «трейлер» (trailer)- китаптың иң сағыу мәлен яҡтыртҡан ҡыҫҡа видеояҙма (реклама) тигәнде аңлата. Был, тәү сиратта, әҫәрҙең сюжет һыҙығына геройҙарына иғтибар йәлеп итерҙәй, ҡыҙыҡлы реклама булырға тейеш. Буктрейлер төҙөү – китапты заманса күҙаллау, уның видеоформаттағы аннотацияһы ул. Уны ҡарағас, кешелә китап уҡыу теләге уянырға тейеш.Икенсе төрлө әйткәндә, ул китаптың йөкмәткеһен түгел, ә уға ҡарата үҙ фекерен йөрөтә, интрига һаҡлай, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра.
Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы тәүге буктрейлеры өсөн Зәйнәб Биишева әҫәрен осраҡлы һайламаған. 2018 йылда «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының «Дуҫ булайыҡ» повесы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә. Ҙур форматта нәшер ителгән яңы баҫма сағыу һүрәттәр менән иллюстрацияланған.

«Зәйнәб Биишева – әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр яҙған күренекле прозаик. Үҫмер балалар тормошон сағылдырған «Дуҫ булайыҡ» повесы төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. Был әҫәрҙе һайлағанда мин социаль педагог күҙлегенән дә ҡараным. Был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән көнүҙәк булып тора. Әҫәрҙә үҫмер балалар тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, уй-кисерештәре, донъяға ҡараштары сағылдырыла, дуҫлыҡ ҡәҙере аңлатыла. Уйлап ҡараһаң, бер-беребеҙҙе аңламағанлыҡтан бик күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин дә уҡыусыларымдың киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуҙарын, дуҫтарының ҡәҙерен белеүҙәрен, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуҙарын теләйем. Ошо буктрейлерҙы ҡарап, бер генә уҡыусы “Дуҫ булайыҡ” повесын уҡып сыҡһа, мин маҡсатыма ирештем тигән һүҙ. Мәктәбебеҙҙә төрлө милләт балалары уҡыуын күҙ уңында тотоп, уны башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнем. Тимәк, уҡыусылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уны ҡарап, аңлаясаҡ. Башҡорт теле йылында, минеңсә, бындай буктрейлерҙарҙы күберәк төҙөргә кәрәк”, - тине Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас