

«Донъялағы ҡурҡыныс хәлдәргә ҡарап, бик күңелһеҙләнеп китмәйек. Шулай ҙа һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә кәрәк. Балалар ваҡытты бушҡа үткәрмәһен, көнө буйы телефонда йә телевизор ҡарап ҡына ултырмаһын ине, китап уҡыһындар. Урта класс уҡыусыларына Әнүәр Бикчәнтәев повестарын уҡырға тәҡдим итер инем. «Нисә йәш һиңә, комиссар?», «Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар!»... Был әҫәрҙәрҙе уҡып, улар үҙҙәренең тиҫтерҙәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары тураһында белер ине. Ә бәләкәй балаларға башҡорт әкиәттәрен уҡырға тәҡдим итер инем. Тағы ла «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар» журналдарын, «Йәншишмә», «Йәшлек», «Йәнтөйәк» гәзиттәрен ата-әсәләре алдырһа, яҡшы булыр ине. Хаҡтары артыҡ ҡиммәт тә түгел, материалдары фәһемле һәм ҡыҙыҡлы, - тигән кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы. - Бөгөн Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнеүе лә оло әһәмиәткә эйә! Был яңы быуындарҙың рухи һәм интеллектуаль үҫешен формалаштырыуҙа балалар китабының ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләй. Әлеге байрам бәләкәй китап уҡыусыларыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡыра һәм ололарға уларҙың да ҡасандыр бала булыуҙары хаҡында иҫкә төшөрә.
Бала-саҡ әкиәттәре һәр беребеҙҙең хәтеренә уйылып ҡалғандыр, моғайын. Ғүмер буйы уҡыған китаптарҙың күбеһе онотола барһа ла, бәләкәй саҡта уҡығандары үҙҙәренең геройҙары, төрлө төҫлө һүрәттәре менән олоғайғас та күҙ алдынан китмәй. Бөгөн компьютер, төрлө электрон уйынсыҡтар, заманса мәғлүмәт сығанаҡтары өҫтөнлөк иткән заманда йәшәһәк тә, матур-матур, төҫлө китаптар күреү менән һәр сабыйҙың күҙендә осҡон ҡабынырға, нур уйнарға, күңеле талпынырға тейеш. Әлбиттә, бында ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың ҙур ярҙамы һәм өлгөһө булыуы мөһим. Күреп, ишетеп, белеп торабыҙ: республикабыҙҙа һәр бала зауығына ярарлыҡ бай йөкмәткеле, сағыу тышлы, төрлө иллюстрациялы китаптар баҫыла. Уларҙың һәр береһе бәләкәстәрҙең күңелен үҫтереүгә, туған телгә, тыуған илгә һөйөү уятыу, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа өйрәтеү, китапҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кеүек оло маҡсаттар менән баҫыла.
Хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар! Һеҙҙең ярҙам менән китап һәр баланың дуҫына, тәрбиәсеһенә һәм тәрән аҡыллы уҡытыусыһына әйләнһен, рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, ҙур хәрефтәр менән Кеше итһен!
Наилә Имаева.