

2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ул 1967 йылдың 2 апреленән билдәләнә. 1967 йылда Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса совет
(IBBY) коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан булдырылған. Был көндә IBBY ике йылғабер Г.Х.Андерсен исемендәге премия тапшыра. Бүләк балалар өсөн яҙған яҙыусыға һәм балалар китаптарына һүрәттәр төшөрөүселәргә бирелә.
Наилә Имаева әҙерләне.