

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хѳкүмәт,район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡа ведомство етәкселәре менән уҙғарған видеоконференцияла Башҡортостанда ѳйҙә ҡалыу буйынса режимдың ҡасанға тиклем дауам итәсәгенең аҙна аҙағында билдәле буласағы тураһында белдерҙе.
- Был указды ваҡытһыҙ индерәбеҙ. Республика кимәлендәге хәлде күҙәтеп анализлағандан һуң, аҙна аҙағында уның сиген билдәләйәсәкбеҙ. Әлегә 6 апрель булыр тигән фараз бар. Әммә, айырып әйтәм, һуңғы ҡарарҙы хәл торошонан сығып ҡабул итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.