“Илдә һәм республикала коронавирус эпидемияһы менән бәйле килеп тыуған хәлде тағы ла бер тапҡыр райондаштарыбыҙға аңлатыу өсөн был эш ойошторолдо. Халыҡты өйҙә ҡалырға, инфекциянан һаҡланыу сараларын ҡулланырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре” - тип яҙған Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Артур Ғалиуллин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.