

Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалын алыуға бүленгән дәүләт ярҙамы ла арттырылған. Йыл башында ул 473 миллион һум күләмендә ҡаралһа, әле уға тағы ла миллиард һум ѳҫтәлгән. “Былтыр беҙҙең аграрийҙар алған техника ѳсѳн субсидияны һәм быйылғы беренсе кварталды ҡаплаясаҡбыҙ”, - тип белдерҙе Илшат Илдус улы.
Быйыл минераль ашламалар алыуға ла ярҙам арта. Элек уның 45 процентын кире ҡайтарһалар, быйыл күрһәткес 75 процент тәшкил итәсәк. Элек республика бюджетынан ҡаралған 320 миллион һум дәүләт ярҙамы 800 миллион һумға тиклем еткереләсәк. Был иһә республика ауыл хужалыҡтарына 80 мең тонна ашлама алыуға булышлыҡ итәсәк. Шунһыҙ игендең уңышын дүрт миллион тоннаға еткереү мѳмкин булмаясаҡ, ти министр.
Әйткәндәй, тоҡомло мал алыуға бүленгән субсидия күләме лә ике тапҡырға артасаҡ, йәғни 244 миллион һумдан 500 миллион һумға тиклем.
Фото Башҡортостан Хѳкүмәте сайтынан.