Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Март 2020, 12:20

Инфекциянан һаҡланыуҙың бер сараһы

Битлектәргә ихтыяж юғары булыу сәбәпле, Гүзәл Ғайнуллина ошо һаҡланыу сараһын мөрәжәғәт итеүселәргә тегеп бирә.

SARS-CoV-2 коронавирусы таралыу хәүефенә һәм медицина битлектәре етешмәүгә бәйле районыбыҙҙа ла күптәр битлектәр тегә башланы.
Ҡарткиҫәк ауылында йыл башында тегеү цехын асҡан Гүзәл Ғайнуллина ла, ауылдаштары һорауы буйынса, күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр тегә.
Гүзәл Ғлимхан ҡыҙы белдереүенсә, был битлектәрҙе йыуырға, ҡайнатырға, үтекләргә һәм дезинфекцияларға мөмкин, әммә бер тапҡыр ҡуллана торғандары кеүек үк, уларҙы ике-өс сәғәттән артыҡ ҡулланырға ярамай. Һуңынан уны дезинфекцияларға – һабын менән йыуырға, ҡайнатырға һәм үтекләгәндән һуң тағы файҙаланырға мөмкин.
- Нигеҙҙә бөгөнгә тиклем цехта төрлө размерҙағы һәм төҫтәге футболка, туникалар тектек. Барлыҡ продукция башлыса күмәртәләп һатып алыусыларға ебәрелде. Заказдар бар ине. Коронавирус таралыу сәбәпле, халыҡ был ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу сараһын эҙләй. Медицина битлектәре дауаханаларҙа юҡ, ҡайтарылһа ла халыҡҡа етмәй. Кешеләр һорағас, йомшаҡ трикотаждан (уның аша тын алыу еңел) һәм башҡа туҡыманан ике ҡатлы итеп күп тапҡыр ҡуллана тоған битлектәр тегеп бирҙек. Битлек мотлаҡ танауҙы, ауыҙҙы һәм эйәкте ҡаплай. Тын алыу уңайлы булһын өсөн гармун күреге кеүек дүрт-биш бөгәр яһаныҡ. Битлекте эләктереү өсөн суҡлап бәйләп ҡуйырлыҡ бау тектек, - ти Гүзәл Ғайнуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгә Башҡортостанда COVID-19 диагнозы 5 кешелә раҫланған, шул иҫәптән бәлиғ булмаған бер балала.



Наилә Имаева.
Читайте нас