“Мин гөлдәрҙе матурлыҡ өсөн ултыртам. Бигерәк тә яран гөлөн яратам, төрлө сорттарын, төҫлөләрен үҫтерәм. Сәскәгә төрөнһәләр, ысын мәғәнәһендә, уларҙы мөғжизәгә тиңләйем. Әсәйем бигерәк ярата ине ошо яран гөлдө!
Һәр гөл үҙенә ерҙең бөтә күркәмлеген, төҫөн, гүзәллеген йыя, туплай бит ул. Һоҡланмау, яратмау мөмкин түгел! Йәйҙәрен баҡсала ла төрлө сәскәләр үҫтерәм. Улар тормошобоҙға йәм бирә, кәйефте күтәрә, кеше һәм тәбиғәт араһында гармония булдыра, һауаны таҙарта, һулышыбыҙҙы иркенәйтә.
Ғөмүмән, беҙҙең ауылда гөл-сәскәләр үҫтереүсе, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы уңған хужабикәләр бик күп. Улар ҙа тирә-яҡты, бер-береһенең тормошон матурлау, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, бөтәһе лә һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ тормош юлы үтеү өсөн бар тырышлығын һала, йәштәрҙе лә матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәй", - тип ауылдаштарын да маҡтап алды Ҡәдриә апай.
60 йәшен тултырған Ҡәдриә Фәтхетдин ҡыҙы ауыл мәҙәниәт усағында ете йыл методист булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уға тиклем төрлө урындарҙа хеҙмәт һалған. Тормош иптәше менән өс ҡыҙ үҫтереп, бөгөн дүрт ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана.