Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Март 2020, 05:10

Өфө урамдарын дезинфекциялау башланды

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Өфө урамдарының юл һыҙаттарын зарарһыҙландыра башланылар.

Көн дә махсуслаштырылған һигеҙ машина урамдарҙы, тротуарҙарҙы, туҡталҡаларҙы дезинфекциялай торған шыйыҡса менән йыуып сыға. "Горзеленхоз" муниципаль унитар предприятиеһы был маҡсатҡа техника йәлеп иткән, улар халыҡ күпләп ял итергә яратҡан урындарҙа һәм парктарҙа эшләй.

Шулай уҡ 100-ҙән ашыу коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәре уйын, спорт майҙансыҡтарын таҙалай. Юл өҫтө һәм ер аҫты үткәүелдәрен "СУРСИС" муниципаль унитар предприятиеһы ҡаланы төҙөкләндереү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә дезинфекциялай. Ә Өфөнөң коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре подъездарҙы, баҫҡыстарҙы, ишектәрҙе, лифт эстәрен, йорт янындағы балалар майҙансыҡтарын көн дә махсус шыйыҡса менән эшкәртеп тора. Был эштәр тәүлек әйләнәһенә башҡарыла.
Фотолар: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f-uramdarin-dezinfektsiyalau-bashlandi-189990/
Читайте нас