

Гөл-сәскә үҫтерергә яратҡан кеше нәҡ Фларида апай һымаҡ уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ, тормошто, эргә-тирәһендәгеләрҙе яратҡан булырға тейештер. Бөтмөрлөгөң, етеҙлегең булмаһа, йорттағы, бигерәк тә ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш өҫтөнә ихата тултырып сәскә үҫтереп булмай.
“Йәшелсә-емеш үҫтереү серҙәрен белә, гөл-сәскәләр телен аңлай ул”, - тигәйне ауылдаштары Фларида апай тураһында. Үҙе менән яҡынданыраҡ танышҡас, һоҡланыуымдың сиге булманы! Матурлыҡҡа ғашиҡ был гүзәл зат хәстәрлекле әсәй ҙә, һөйөклө өләсәй ҙә, һуңғы йылдарҙа ауыр сиргә дусар булған ире өсөн ныҡлы терәк тә, хужалыҡ эштәрен үҙ иңенә алып, утын да киҫкән, кәртә-ҡураһын да төҙөклөктә тотҡан, бесәнен дә әҙерләгән, бал ҡорттары ҡараған, мал-тыуар аҫраған, хатта тракторҙы ла “йүгәнләп” алған ҡурҡыу белмәҫ, көслө рухлы ағинәй булып сыҡты. Ә ниндәйерәк хикәйәләр, шиғырҙар яҙған ул?!
Ошоларҙың барыһы тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 7-се һанында уҡырһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Наилә Имаева.