Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Март 2020, 11:18

Асҡын ере таланттарға бай!

"Йырсы ауыл" вокаль ижады район фестиваль-марафоны тамамланды.

“Йырсы ауыл” ауыл биләмәләренең вокал ижады республика конкурсының район этабы тамамланды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына арналған сараның нисек үтеүе хаҡында район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ирина Васильевна Струкачева һөйләне:
Ауыл биләмәләре араһында конкурс 28 февралдә Ҡуяштыр клубында башланып, кисә, 24 мартта, Иҫке Ҡаҙансы мәҙәниәт усағында тамамланды. Ауылдарҙа бик күп таланттар йәшәй һәм уларҙы табыу, халыҡҡа сығарыу әлеге конкурстың төп маҡсаты ине. Бәйгелә 15 ауыл биләмәһенән барлығы 300-ҙән ашыу йырсы ҡатнашты. Уларҙың сығышы 15 йәшкә тиклем, 16-нан 35-кә, 36-нан 55-кә һәм 56 йәштән өлкәнерәктәр категориялары буйынса бүлеп баһаланды. "Йырсы ауыл" үҙешмәкәр вокал коллективтарҙың төрлөһөн тупланы – фольклор, эстрада йырҙары ансамблдәре, квартеттар, дуэттар, айырым башҡарыусылар, ир-егеттәр һәм ғаилә ансамблдәре – бай ҙа һуң Асҡын ере йырсыларға! Финалға иң яҡшылар тип табылған 47 номер һайлап алынды. Улар араһынан республика этабына һайлап алынасаҡ. Йыр оҫталарының һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле, матур. “Мәңгелек хәтер” эстафетаһының символы — “Мәңгелек ут” капсулаһы ла һәр ауыл биләмәһендә булып, ауыл биләмәһе башлыҡтары уны бер-береһенә тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас