Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Март 2020, 07:15

Еңеүгә илткән шиғырҙар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Солтанбәк урта мәктәбендә “Йөрәк һүҙе” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтә.Тулыраҡ:

Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа ла төрлө саралар, бәйгеләр үтеп тора. Солтанбәк урта мәктәбендә Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова уҡыусылар менән “Йөрәк һүҙе” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен ойоштороп үткәрә. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир шағирҙарҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, илһөйәрлек, батырлыҡ, еңеүгә ышаныс, Тыуған илгә тоғролоҡ, дошманға нәфрәт менән һуғарылған шиғырҙарын яттан һөйләй.
“Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан төрлө класта төрлө саралар ойошторола. Мин үҙем етәкләгән 8-се класс уҡыусылары менән “Йөрәк һүҙе”н үткәрҙем. Ун уҡыусы ҡатнашты. Улар яугир шағирҙарыбыҙҙың үлемһеҙ, Бөйөк Еңеүгә илткән шиғырҙарын тасуири, күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләне. Бигерәк тә Әлфиә Хафизйәнова, Әлфиә Муллаянова, Азалия Хәсәнова, Розалина Рәхимйәнова, Ғәлиә Суфиянова, Ләйлә Насертдинованың сығышы яҡшы интонация, телмәр дөрөҫлөгө, шиғырҙың йөкмәткеһен еткерә алыуы менән айырылып торҙо”, — тине Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы.
Афарин, солтанбәктәр!
Наилә Имаева.
Читайте нас