

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова етәкселегендә уҡыусылар әленән-әле төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, белемдәрен камиллаштырып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп тора. Күптән түгел генә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина ижады буйынса бәйгелә белемдәрен һынаһа, яңыраҡ “Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады” VII Республика ижади проекттар конкурсында ҡатнаша.
Бәйгенең төп маҡсаты — уҡыусыларҙың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынды уның мәҙәни, фәнни һәм әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға йәлеп итеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға проект эштәре менән сығыш яһарға мөмкинлек биреү, мәҙәни бәйләнештәрҙе һәм дөйөм ижади ҡыҙыҡһыныуҙарҙы үҫтереү нигеҙендә конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы берләштереү, мәғариф өлкәһендәге алдынғы идеяларҙы үҫтереү һәм ыңғай педагогик тәжрибәне таратыу.
“Был конкурс быйыл Башҡорт теле йылына арнап үткәрелде. Унда ике йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптән 6-сы класс уҡыусылары Наисә Ғаязова, Диана Шаймарҙанова, Ғәлиә Әхмәтғәлиева ҡатнашты. Улар менән Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы өйрәнеп, видеояҙма әҙерләп, ойоштороусыларға ебәрҙек. Әлегә призлы урындар алмаһаҡ та, шундай мәртәбәле конкурста көсөбөҙҙө һынап ҡарай алыуыбыҙға һөйөндөк”, - тине Альмира Әхмәтова.
Афарин, ҡаҙансылар! Ижади дәртегеҙ һүрелмәһен, артабан да әүҙем булығыҙ!
Наилә Имаева.