“Башҡорт теле йылы уңайынан төрлө саралар ойошторолоуы бик һөйөнөслө. Башҡорт телен үҫтереү, уны популярлаштырыу маҡсатында мәктәбебеҙҙә лә Башҡорт теле йылының положениеһы, йыллыҡ план-программаһы төҙөлдө. Уның сиктәрендә әҙәби осрашыуҙар, уҡыусылар араһында ижади ярыштар, флэшмобтар ойоштороу ҡаралды, милли кейем парадында, “Шәжәрә байрамы”нда ҡатнашыу, тағы ла бихисап саралар индерелде. Күптән түгел тантаналы линейка үткәрҙек. Башҡорт телендә аралашыу, уны өйрәнеү, туған телдә китаптар уҡыуҙың мөһимлеге тураһында сығыш яһаныҡ. Уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын яттан тасуири һөйләне. Сара Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын бергәләп яттан һөйләү менән тамамланды”, — тине Глафира Йәнтимер ҡыҙы.