Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
23 Март 2020, 12:26

Иғтибар: “Ырыуым һәм нәҫелем тарихы” конкурсы иғлан ителә!

Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡорт теле йылы һәм республика “Шәжәрә байрамы”на әҙерлек сиктәрендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР «Ағинәй» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Ырыуым һәм нәҫелем тарихы” конкурсын иғлан итә. Уны үткәреү ваҡыты, ҡатнашыусыларға талаптар, еңеүселәрҙе билдәләү тураһында түбәндәге положениены уҡып белергә мөмкин.

Башҡорт теле йылына бағышланған
“Ырыуым һәм нәҫелем тарихы”
фәнни-эҙләнеү эше (конкурсы)
положениеһы
  1. Конкурсты ойоштороусылар:
  2. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР «Ағинәй» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите.
    1. Конкурстың маҡсаты:
    2. Уҡыусыларҙа ырыуы, халҡы, тыуған яғы тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу;
    3. Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү барышында фәнни-эҙләнеү, тыуған яҡты өйрәнеү, этнографик эшмәкәрлекте киңәйтеү, йәштәрҙе эҙләнеүгә һәм фәнни эшкә ылыҡтырыу;
    4. Йәшәгән төйәккә, уның тарихи, ер-һыу атамалары һәм мәҙәни ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
    5. Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙең берлеге нигеҙендә быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, ғаилә һәм ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, тарихи үҙаң, милли рух һәм әхлаҡлы мәҙәниәт формалаштырыу.
    6. III. Конкурстың ҡатнашыусылары:
      I-XI класс уҡыусылары өс йәш төркөмөндә (I-IV кл., V-VIII кл., IX-XI кл.).
      1. Фәнни-эҙләнеү эшенә талаптар:
      2. Башҡарылған эш (ырыу һәм нәҫел тарихы) тарихи мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән булырға тейеш;
      3. Ырыуҙың атрибутикаһы (тамға, ҡош, ағас, оран...) күрһәтелеүе мотлаҡ;
      4. Шәжәрәгә ингән һәр вәкилдең йәшәгән йылдарын, уларҙың тормош-көнкүрешен, һөнәрен, шөғөлөн, өлгәшкән уңыштарын асыҡлап күрһәтергә кәрәк;
      5. Шулай уҡ, урындағы архив материалдарын өйрәнеү, ололар менән осрашып һөйләшеүҙе теркәү, шәжәрәне өҫтәмә материалдар (легендалар, риүәйәттәр, ер-һыу атамалары...) менән байытыу ҙа юғары баһаланасаҡ;
      6. Ырыуҙың күренекле кешеләрен атау мотлаҡ;
      7. Ҡан-ҡәрҙәштәрҙең боронғо коллектив фотоһүрәттәре булһа, ҙур әһәмиәткә эйә.
      8. “Ырыуым һәм нәҫелем тарихы” конкурсы еңеүселәре түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк:
      9. "Шәжәрәне ентекләп өйрәнгән өсөн";
      10. "Иң тәрән тамырлы шәжәрә өсөн";
      11. "Шәжәрә өйрәнеүҙә һәм төҙөүҙәге ғилми асыш өсөн";
      12. "Шәжәрә төҙөүгә ижади һәм үҙенсәлекле ҡараш өсөн";
      13. 5."Шәжәрә төҙөүҙә һәм уны күрһәтеүҙә заманса мультимедия программалары ҡулланыу өсөн";
        1. «Шәжәрә төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын файҙаланған өсөн».
        2. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк. Уҡыусыларҙы әҙерләгән фәнни етәкселәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
          VI.Конкурсты үткәреү ваҡыты: 20 марттан 20 майға тиклем өс этапта үтә:
          I этап - һайлап алыу, район комиссияһына (“Йәнтөйәк” район-ара гәзите коллективына – askino.bash@yandex.ru электрон почтаһына) ғариза һәм материалдар тапшырыу (1.04.-15.04.).
          II этап - материалдарҙы Республика эксперт комиссияһы ҡараясаҡ (15.04.-25.04.).
          III этап - конкурс еңеүселәре республика “Шәжәрә байрамы” сиктәрендә ойошторолған “Ырыуым һәм нәҫелем тарихы” йәш эҙләнеүселәр байрамында ҡатнашасаҡ.
          Байрам 2020 йылдың 5-6 июндә Асҡын ауылында үтәсәк.
          Белешмә өсөн телефон: 8 (347 71 ) 2-10-35 (Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова);
          8 (347 71) 2-18-50 (Наилә Зайнулла ҡыҙы Имаева).
          Читайте нас