

Белеүегеҙсә, 2 мартта Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Хәүефһеҙ интернет айлығы» башланғайны. Уның сиктәрендә төбәк мәктәптәрендә төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн виртуаль киңлекте хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен өйрәтеү дәрестәре ойошторола. Солтанбәк урта мәктәбендә лә был юҫыҡта 1-се кластан алып 11-се класҡа тиклем уҡыусылар өсөн төрлө саралар үткәрәләр.
— Интернет белем алыу, ял итеү, дуҫтар менән аралашыу өсөн бик уңайлы, ләкин тормоштағы кеүек, интернет та хәүефле була ала, - ти уҡытыусылар.
Класс етәкселәре уҡыусылар менән Интернет селтәрендә үҙеңде дөрөҫ тотоу, мәҙәниәтле, башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу тураһында һөйләшә. Төрлө социаль төркөмдәрҙә ышанысы булмаған, хәүефле мәғлүмәттәрҙән йыраҡ тороу кәрәклекте иҫкә төшөрә.
Электрон почтаны ла тормошта маҡсатлы ҡулланыу хаҡында һүҙ алып баралар. Класс сәғәттәрендә уҡыусылар бер дөйөм фекергә килә - Интернет селтәрен дөрөҫ ҡулланырға кәрәк.
Наилә Имаева.