Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Март 2020, 10:15

Һеҙҙә “Аяу байрамы”н үткәрәләрме?

Башҡорт теле йылы һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Солтанбәк урта мәктәбендә “Аяу байрамы” һәм “Ҡатыҡ тәмләү” йола байрамдары үтә. Тулыраҡ:

Башҡорт теле йылы һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә районыбыҙҙың мәҙәниәт һәм белем биреү усаҡтарында әленән-әле фәһемле саралар үтеп тора. Мәҫәлән, Солтанбәк урта мәктәбендә уҡыусылар өсөнсө сиректе йола байрамдары менән тамамлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Факкарова һәм йыр, хеҙмәт дәрестәрен алып барыусы Филера Шәрәфетдинова 5- се һәм 6-сы класс уҡыусылары менән онотола барған боронғо йолаларыбыҙ “Ҡатыҡ тәмләү” һәм “Аяу байрамы”н тегеҙеп, бик матур итеп үткәрә.

Уҡыусыларҙы халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу, балаларҙың телмәрен үҫтереү маҡсатында “Ҡатыҡ тәмләү” һәм “Аяу байрамы” йола байрамдарын үткәрҙек. Йолаларҙың шундайҙары бар: улар бары билдәле бер миҙгелдә генә атҡарыла. Яңы йыл тыуыуын – Науруз байрамы менән, яҙ килеүен – Ҡарға бутҡаһы, унан Кәкүк сәйе менән билдәһәләр, яҙғы эштәр бөткәс, Теләк салыу,Май сәйе, Һабантуй байрамдары үткәрелгән. Йәйләүҙәргә сыҡҡан осорҙа иһә - Йыйындар, йәйге Нардуған, көҙөн – Сөмбөлә байрамы, ҡар ятҡас – Һуғым байрамы, Ҡаҙ өмәләре, көн туҡталыуҙан туҡтаған осорҙа ҡышҡы Нардуған байрамы уҙғарылған.

Ҡатыҡ тәмләү” – йәй башында, яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, билдәләнгән.

Аяу байрамы”(яҙғы, йәйге Нардуған”) - үҙенең аяулығы менән айырыла. Был көндәрҙә тәбиғәтте аяғандар. Ау аулау, мал салыу, ағас киҫеү кеүек эштәр тыйылған. Ошо ваҡытта шифалы үләндәр, сәскәләр йыйырға була. Күреүегеҙсә, был йолаларҙың әһәмиәте, тәрбиәүи көсө бик ҙур.Балаларға уларҙың мәғәнәһен, маҡсатын аңлатып, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, үҙ-ара дуҫлыҡ, йүнселлек тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тоттоҡ.

Байрам барышында йомаҡтар сисеү, милли уйындар уйнатылды, йыр-бейеүҙәр башҡарылды. Уҡыусылар башҡорт телендә шул тиклем матур итеп һөйләне, йырланы. Бөтәһе лә байрамда ҡатнашып, дәрт, көс йыйып, милли асылыбыҙ тураһында уйланып, рухланып таралышты”, - тип һөйләне йола байрамдарын ойоштороусы Розалия Марат ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас