– Рәсәй Президенты указы менән 22 апрель – Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе хуплау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө тип иғлан ителде.
Үҙгәрештәр, нигеҙҙә, беҙҙең дәүләттең һәм күп милләтле халыҡтың илһөйәрлеген һәм милли фекерҙәр берҙәмлеген күтәреүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Конституцияһы тексына тел һәм мәҙәниәт тураһындағы мөһим өҫтәмә индерелә. Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәткә “уның күп милләтле халҡының үҙенсәлекле мираҫы” статусы бирелә. Ул дәүләт тарафынан яҡлау һәм һаҡлау ала.
Аҫаба халыҡтар хоҡуғы тураһында статья үҙгәрә. Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бөтөн халыҡтарының һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеклеген яҡларға, этномәҙәниәтте һәм тел төрлөлөгөн һаҡлауҙы гарантияларға тейеш.
Рәсәй сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙға уларҙың хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙа, мәнфәғәтен һәм бөтә Рәсәй мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлауҙа ярҙам күрһәтә.
Ғаилә статусын билдәләүҙә лә бик әһәмиәтле өҫтәмә индерелә. Улар ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлауға, ир менән ҡатындың берлеге булараҡ никах институтын нығытыуға, ғаиләлә баланы лайыҡлы тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыуға, шулай уҡ бәлиғ булған балаларҙың ата-әсәләрен хәстәрләүенә ҡағыла.
Дәүләт Думаһының вәкәләттәрен арттырыу буйынса үҙгәрештәргә килгәндә, бынан ары Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫарын һәм федераль министрҙарҙы, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙе Дәүләт Думаһы раҫлаясаҡ. Кандидаттарға мотлаҡ шарттар билдәләнде. Уға ярашлы, хәҙер сит ил гражданлығы һәм башҡа илдәрҙә оҙаҡ йәшәүгә хоҡуҡ биргән документы булған Рәсәй гражданы Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана алмаясаҡ. Депутаттарға сит илдә иҫәп булдырыу, аҡса һәм ҡиммәттәрҙе сит ил банкттарында һаҡлау ҙа тыйыла.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советын төҙөү буйынса пункт өҫтәлде, был иһә Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәттәге төп йүнәлештәрҙе һәм дәүләттең өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеше йүнәлештәрен билдәләү өсөн бөтөн кимәлдәге властар араһында килешеүсәнлекте көйләү маҡсатында булдырыла. Урындағы үҙиадара органдары һәм дәүләт власы органдары Рәсәй Федерацияһындағы берҙәм асыҡ власть системаһын сағылдырасаҡ.
Мәсьәләләрҙе халыҡ мәнфәғәтендә һөҙөмтәле хәл итеү өсөн урындағы үҙидара органдары төбәк һәм федераль кимәлдәге власть менән хеҙмәттәшлек итәсәк.