Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Марта 2020, 18:08

“Ҡыуанам, ғорурланам, рәхмәт белдерәм!”

“Айыҡ ауыл” республика конкурсын тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән 20 кеше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломы һәм 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Улар араһында — райондашыбыҙ, мәғариф ветераны,тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыусы, район һәм ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүсе оло хөрмәткә эйә ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина ла бар. Райондашыбыҙҙың тәьҫораттарын, теләктәрен, ихлас еткергән рәхмәт һүҙҙәрен түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

"Ҡәҙерле яҡташтар, ауылдаштар, милләттәштәр! Бөтәбеҙҙе лә уртаҡ еңеүебеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Республика кимәлендә 3-cө урын алыу – ул беҙҙең ҙур еңеү, беҙгә оло ҙур баһа! Беҙ был һөҙөмтәгә бөтә районыбыҙ менән бергә ирештек. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, эшләнгән эштәрҙе күрһәтә белеү бик мөһим ине. Беҙ үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән генә еңеү яулай алмаҫ инек. Бөтә етәкселәребеҙҙең, ауылыбыҙ, районыбыҙ халҡы, яҡташтарыбыҙҙың әүҙемлеге, берҙәмлеге тантана итте конкурс барышында. Ошо “Айыҡ ауыл” проектын тормошҡа ашырыусы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, республика етәкселегенә, ауылыбыҙ тураһындағы яңылыҡтар менән таныштырып барыусы “Уфанет” (UTV ) һәм БСТ телевидениеһына, республика буйынса радио тапшырыуҙарын алып барыусыларға, журналистарға, конкурс сиктәрендә беҙҙең менән бергә булған район хакимиәте етәкселегенә, арыу–талыу белмәй эшләгән район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинға, бөтә конкурс буйы беҙҙең менән бергә булған Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысоваға, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөтә үткәргән сараларыбыҙҙың уртаһында ҡайнаған Асҡын районы “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдиноваға, бөтә эшебеҙҙе сайттарҙа, гәзиттәрҙә яҡтыртып барыусыларға, бигерәк тә, көнө–төнө беҙҙең турала яҙып барыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең баш мөхәррире Наилә Имаеваға, үткәргән урам, ауыл байрамдарын, төрлө сараларҙы фото һәм видеоға төшөрөп, беҙҙе күп тапҡыр күрһәтеп килгән Шишмә – Үрәкәй ауылынан Азат Саяповҡа ҘУР РӘХМӘТ белдерәбеҙ! Беҙҙең ауыл өсөн тырышҡан, кәңәштәре менән ярҙам иткән, көнө-төнө яҙған, һөйләгән, күрһәткән, фото һәм видеояҙмалар, презентациялар эшләгән, уны яҡлаған, костюмдар, аппаратуралар менән, ғөмүмән, беҙҙең ауылыбыҙға бөтә яҡлап ярҙам иткән, ҡатнашҡан, беҙҙең менән бергә булған район, ауыл хакимиәтенә, ауылыбыҙ мәсете вәкилдәренә, редакция коллективына, район ағинәйҙәр етәкселегенә, район һәм ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, "Серҙәштәр" фольклор төркөмөнә, гармунсыларыбыҙға, мәктәп коллективына, ауыл ағинәйҙәренә, ҡатнашҡан, ярҙамлашҡан, бөтә ауылыбыҙ һәм районыбыҙ халҡына, беҙҙе дәртләндереп, көс өҫтәгән ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙға, яҡташтарыбыҙға, бөтә милләттәштәребеҙгә, беҙҙең өсөн тауыштарын биргән, беҙҙең еңеүгә ҙур өлөш индергән һәр кемгә ҘУР РӘХМӘТтәребеҙҙе еткерәбеҙ!!!

Ә хәҙер беҙгә “Айыҡ ауыл” исемен аҡларға, уға тап төшөрмәй, өлгө күрһәтергә кәрәк! Киләһе ”Айыҡ ауыл” конкурсында башҡа ауылдар ҙа әүҙем ҡатнашһын һәм еңеү яулаһын! Беҙ ҙә ярҙам итербеҙ! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!!! "

Читайте нас