Предприятиелар, ойошмалар үҙҙәренең территорияларын ҡарҙан таҙартты. Киләһе аҙналарҙа санитар йыйыштырыу, артабан биләмәләрҙе йәшелләндереү башлана.
Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә – предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен (18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә), шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.