Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Март 2020, 13:29

Мөһим сара уңайынан

Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең башланғыс класында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға бағышланған сара үтте.

Уҡытыусылар Фәридә Рафаил ҡыҙы менән Светлана Исмәғил ҡыҙы балаларға халыҡ иҫәбе алыуҙың әһәмиәтен аңлатып, бергәләп эмблемаһын да эшләйҙәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ иҫәбен алыу бөтә илдә - 1-31 октябрҙә, ә барырға юлы ҡыйын булған ерҙәрҙә 1 апрелдән 20 декабргә тиклем үтәсәк.
Рәсми старт 2020 йылдың 1 октябрендә 0 сәғәттә бирелә.
2020 йылда иҫәп алыуҙа тәүге тапҡыр IT-технологиялар ҡулланыласаҡ.
gosuslugi.ru порталында рәсми теркәлгән һәр кем иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала, иҫәп алыусылар өйҙәр буйынса планшеттар менән йөрөйәсәк.
Иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2021 йылдың апрелендә донъя күрәсәк. Йомғаҡ 2022 йылдың дүртенсе кварталы аҙағында яһаласаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас