Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Март 2020, 06:57

Барыһы өсөн дә фәһемле дәрес

Башҡорт теле йылы сиктәрендә Солтанбәк урта мәктәбендә асыҡ дәрес үтә.Тулыраҡ:

Башҡорт теле йылы сиктәрендә районыбыҙ мәктәптәрендә әленән-әле фәһемле саралар үтеп тора. Солтанбәк урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Факкарова 8-се класта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың ”Мәтрүшкә еҫе” әҫәре буйынса асыҡ дәрес күрһәтә.
“Розалия Марат ҡыҙы үткәргән дәрес барыбыҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Юғары категориялы уҡытыусы уҡыусыларҙы яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырып, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса төрлө күнекмәләр башҡарып, анализланы. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу буйынса төрлө биремдәр үтәлде. Дәрестең тәрбиәүи әһәмиәте лә бик көслө булды: шифалы, сихәтле мәтрүшкә образы аша Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйҙәргә иғтибар, ихтирам тәрбиәләү – ололарҙың да, балаларҙың да иң изге бурысы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды Розалия Марат ҡыҙы” — тип, асыҡ дәрескә юғары баһа бирҙе мәктәп директоры урынбаҫары Алһыу Фәрәхова.
Теманы дауам итеп...
Әҫәрҙә ауылдың ябай кешеһе Хәбибулла Сафиуллиндың көндәлек мәшәҡәттәр менән тулы йәшәйеше һүрәтләнә. Хикәйәлә шаҡ ҡатырғыс хәлдәр тасуирланмай. Был әҫәр кешелеклелек, кешенең эске байлығы, сафлығы, күңел матурлығы тураһында.Мәтрүшкә – тыуған ерҙең биҙәге. Мәтрүшкә еҫе күңелде байыта, сафландыра, йәшәү шатлығы уята. Әҫәрҙә тормош мәшәҡәттәренә сумып, әсәһенең тере кеше булыуын онотоп йөрөгән Хәйбулланың хистәрен мәтрүшкә еҫе яңырта.
Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә әсәйҙәрен яңғыҙлыҡҡа дусар итеп, ташлап, онотҡан кешеләр ҙә бар. Күптәр, бигерәк тә йәштәр, атай-әсәйҙәренең иҫән саҡта ҡәҙерен белмәй, уларҙы хафаға һала. “Мәтрүшкә еҫе” һымаҡ әҫәрҙәр балаларҙы әсәй-атайҙарының ҡәҙерен белергә, уларҙы хөрмәт итергә өйрәтә лә инде.
Наилә Имаева.
Читайте нас