Шәжәрә төҙөүҙе нимәнән башларға, ниндәй сығанаҡтарға, архивтарға мөрәжәғәт итергә – ошо мәғлүмәтте тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивы документтарын ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәбит улы Ғәтиәтуллин еткерҙе.
Семинар башланғансы Зөлфәр Ғәбит улы шәжәрәләрен төҙөп алып килгән райондаштарыбыҙ менән аралашып, эштәрен ҡарап, баһаланы. Етешһеҙлектәрен әйтеп, уларҙы бөтөрөү буйынса фәһемле кәңәштәрен дә еткерҙе. Семинарҙа ҡатнашыусы ике кешенең генә төҙөгән шәжәрәһе бөтә талаптарға яуап биреүен һәм конкурста ҡатнаша алыуын билдәләне ул. Тимәк, был йүнәлештә беҙгә эшләргә лә әле эшләргә ...
Шәжәрә төҙөгәндә эште нимәнән башларға? Ниндәй сығанаҡтарға таянырға? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса Зөлфәр Ғәбит улы менән әңгәмәне “Йәнтөйәк” гәзитенең 6-сы һанында уҡый алаһығыҙ.