Республика “Шәжәрә байрамы”на һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған семинарҙың практик өлөшөндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Гөлгөнә Баймырзина етәкселегендәге "Селтәр" студияһы оҫтабикәләре Фәнүзә Аллағолова, Фәнисә Минғәлимова, яҡташыбыҙ Наилә Хәсәнова хәситә, ҡашмау, таҡыя тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Халыҡ ижадына, үткәненә һәм бөгөнгөһөнә битараф булмаған апайҙарыбыҙ республикала үткән төрлө сараларҙа ҡатнашыуҙары, халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыуҙары хаҡында ла бәйән итте. Мәҫәлән, Өфөлә “Урал” галереяһында Башҡортостанда Башҡорт теле йылы айҡанлы һәм “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһының биш йыллыҡ юбилейына бағышлап әле яңы ғына ойошторолған “Ырыуҙар хазинаһы” күргәҙмәһендә лә әүҙем ҡатнашалар.
Милли кейемдәр тегеү буйынса күпмелер тәжрибә туплап өлгөрөүселәр ҙә, был эшкә яңы ғына ҡушылыусылар ҙа был көндө “Селтәр”селәрҙең фәһемле кәңәштәрен тыңлап, эш алымдары менән танышты, үҙҙәре лә тегеп ҡараны.