Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Март 2020, 06:46

Дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, ихтирам ҡәҙере

Солтанбәк урта мәктәбендә белгестәр ошо һәм башҡа темалар буйынса фәһемле сара үткәрә. Тулыраҡ:

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең Төньяҡ филиалы социаль педагогы Гөлнара Марат ҡыҙы Саяпова менән “Ғаилә” хеҙмәте психологы Юлиә Фәнил ҡыҙы Фәһемйәнова Солтанбәк урта мәктәбендә “Бер-береңә толерант мөнәсәбәт” тигән темаға әңгәмә үткәрә. Был турала мәктәп директоры урынбаҫары Алһыу Фәрәхова хәбәр итте.
Тема бик актуаль, сөнки хәҙерге заманда, үкенескә, йәмғиәттә агрессияның артыуы күҙәтелә, экстремизм күренештәре лә юҡ түгел, конфликттар даими ҡалҡып тора. Йәштәргә хас максимализм, социаль проблемаларҙы йәһәт кенә хәл итергә ынтылыш арҡаһында йәмғиәттәге тотороҡһоҙлоҡ айырыуса йәштәргә ҡағыла. Район үҙәгенән килеүсе белгестәр уҡыусыларға башҡаларҙы ихтирам итеүҙең мөһимлеген, ни өсөн проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итергә кәрәклеген аңлата, улар менән тренингтар үткәрә, анкета һорауҙарына яуап бирә.
Белгестәр интернеттан янаған хәүеф тураһында һөйләгәндә, интернетҡа бәйлелек проблемаһы булыуын да әйтеп үтә. Уға профилактика ярҙамында ғына ҡаршы торорға мөмкин булыуын билдәләй улар. Һәм уны бәләкәй кластарҙа уҡ башлау мөһим. Балаларға интернет менән бәйле мөмкин булған хәүефтәр тураһында ваҡытында аңлатырға кәрәк. Шулай ҙа тәүҙә һәр мәктәптә ата-әсәләр өсөн лекторий ойоштороуҙан башлау яҡшыраҡ. Тәү сиратта, ата-әсәләр үҙҙәре телефондан баш тартырға тейеш. Күп кенә ололар ҙа телефонға бәйлелек кисерә бит. Беҙ барыбыҙ ҙа ватсап, фейсбук, инстаграмдарыбыҙҙа батҡанбыҙ.
Бала менән килешә белергә, шул уҡ ваҡытта үҙеңә лә телефондан баш тартыу мотлаҡ. Өлкәндәргә телефон урынына башҡа, альтернатив шөғөл табырға кәрәк. Әйтәйек, сабый менән бергәләп ҡыҙыҡлы уйын уйнарға, спорт төрөндә шөғөлләнергә була.
Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн фәһемле сара әҙерләп үткәреүсе Гөлнара Марат ҡыҙына һәм Юлиә Фәнил ҡыҙына мәктәп етәкселеге рәхмәт белдерә.
Наилә Имаева.
Читайте нас