Үршиҙе ауылында бик уңған, тырыш, егәрле, үҙ-ара дуҫ-татыу халыҡ йәшәй. Улар әленән-әле төрлө саралар, кис ултырыуҙар, йә булмаһа өмәләр үткәреп, мәж килә. Ошондай матур сараларҙың береһендә мөләйем йөҙлө, изге күңелле, ихлас аралашыусан Хәнүзә апай менән таныштым. Әңгәмә барышында уның аш-һыуға ла, баҡса үҫтерергә лә, донъя көтөргә лә бик бөтмөр, йүнсел хужабикә булыуы асыҡланды.
Хәнүзә апай Сөйөш ауылында тыуып үҫә. Яҙмыш елдәре уны тыуған ауылынан ситкә алып сығып китә. Хәнүзә апай 30 йылдан артыҡ Свердловск яҡтарында йәшәп һәм эшләп, алты баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтырып, уларға белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итә. Бөгөн инде Хәнүзә апай хаҡлы ялда, 10 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәренә һөйөклө өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Өс йыл элек ул Үршиҙе ауылында йәшәүсе Рәүеф ағай Ниғәмәтйәнов менән танышып, олоғайған көндәрендә бер-береһенә терәк-таяныс булып, тормоштарын йәмләп йәшәргә ҡарар итә. Шулай итеп, Үршиҙе ауылында гөрләтеп донъя көтөүсе, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүсе матур ғаиләләр артып китә.
Бөгөн Хәнүзә апай менән Рәүеф ағай редакцияға инеп, әле генә мейестән сыҡҡан балан бәлеше менән һыйланы. Ауыҙҙа иреп кенә торған балан бәлеше рецебы менән һеҙҙең менән дә бүлешәбеҙ.
“Бер стакан һөт йәки ойоған һөт, бер йомортҡа, бер сәй ҡалағы сүпрә, өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ ярым (аш ҡалағы) майонез, аҙраҡ көнбағыш майы һалып, бик йомшаҡ итмәй генә ҡамыр баҫырға. Эслек өсөн баланды алдан бешереп әҙерләп ҡуям”, — ти Хәнүзә апай. Бешкән бәлеште фольгага төрөп ҡуйырға, шулай һыуына, йомшаҡ була. Ә һеҙ нисек бешерәһегеҙ? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ!