

Районыбыҙҙа матур традицияға әйләнгән был сараны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала – ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы шуны раҫлай. Ярыш Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе Асҡын мәғлүмәт үҙәге менән берлектә ойоштороп үткәргән спорт бәйгеһенә килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Иғдиев, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин сәләмләне.
Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, тәүҙә ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Артабан урта һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында ҡатнаш эстафета ойошторолдо.
Ярышҡа тип дәртләнеп килгән уҙышсыларға хатта иртән өҫтән еңелсә яуып торған епшек ҡар ҙа ҡамасаулай алманы.Спортсылар күтәренке рухта, сәмләнеп ярышты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, саңығысылар араһында алты-ете йәшлектәр ҙә, ете тиҫтәһен уҙған өлкәндәр ҙә күп ине.
Төрлө йәш категориялары буйынса ярышта еңеүселәргә Балалар -үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Почет грамоталары һәм миҙалдары, ә эстафетала алдынғыларға Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең дипломдары һәм кубоктары тапшырылды.
Спорт байрамы гөрләп үтте.
Наилә Имаева.