Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Март 2020, 19:20

Билдәле шағирә — Асҡын 2-се урта мәктәбендә

Районыбыҙға эш сәфәре менән килеүсе билдәле шағирә, ”Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина Асҡын 2-се урта мәктәбендә уҡыусылар менән аралашты.

Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылы бара. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, шағир Шайехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙға эш сәфәре менән килеүсе билдәле шағирә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, ”Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина Асҡын 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина ектәкләгән 9Б класы уҡыусылары менән осрашты. Беҙ барғанда Дилбәр Зөфәр ҡыҙы уҡыусылар менән дәрестә Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлын өйрәнә ине. Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусылар менән ихлас аралашты, уларҙың Шәйехзада Бабичтың ниндәй шиғырҙарын яратып уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды. Шағирҙың мәктәп программаһына ингән “Ҡурайҡайға” шиғырын Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы уҡыусылары Азалия Нурмиева, Лилиана Саҙриева, Редик Рафиҡов, Нургизә Исламова, Илина Нәбиуллина менән уҡып ишеттерҙе. Азамат Фәтхетдинов ҡурайҙа ла уйнап күрһәтте. Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусыларҙың шиғыр уҡыуын видеояҙма эшләп, “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмдәренә һалып та ҡуйған!

Афариндар!

Наилә Имаева.

Читайте нас