Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Март 2020, 07:06

“Tam Ti Delam” йәки Канаданың Фольклориадалағы вәкиле

Бөтә донъя фольклориадаһында Канада исеменән “Tam Ti Delam” фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ. Коллектив Сет-Иль ҡалаһында бынан 40 йыл элек барлыҡҡа килгән һәм Квебек фольклорының боронғо бейеүҙәрен һәм музыкаһын һаҡлау һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнә. Ансамбль Франция, Испания, Украина, Венгрия, Швейцария, АҠШ, Португалия, Кипр һәм башҡа илдәрҙә Канада исеменән халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә сығыш яһағаны бар.

Канада – ҙур ил. Был үҙенсәлекле пейзажлы дәүләттең ярҙарын өс океан йыуа. Майҙаны буйынса донъяла икенсе урында тора. Ер шарындағы эсәр һыуҙың биштән бер өлөшө – был дәүләттә. Ысын мәғәнәһендә Ерҙең бик үҙенсәлекле төбәге ул: унда кешелек цивилизацияһы тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәй. Ә мәҙәниәттең төрлөлөгө! Унда бәләкәй генә Францияны ла (Квебек) йәки Англияны ла (Британия Колумбияһы), Шотландияны йәки Украинаны ла (Лемберг), шулай уҡ аҫаба халыҡ – эскимостар тормошон да күрергә була. Илдең халҡы – донъяла иң күп төрлө этник сығышлы, ә мәҙәниәте йолаларға һәм традицияларға бай.
Канада ҡунаҡтары “төньяҡ-көнсығыш” округында, йәғни Балаҡатай (21 июль), Ҡыйғы (22 июль), Салауат (23 июль), Мәсетле (24 июль), Дыуан (25 июль) райондарында уҙған сараларҙа ҡатнашасаҡ. Ә Этно-көн 26 июлдә үтәсәк.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас