

“Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халҡыбыҙҙың йолалары, шәжәрәбеҙ менән бер рәттән милли аш-һыу нескәлектәрен, серҙәрен һаҡлаһаҡ, тергеҙһәк, үҙ тамырҙарыбыҙҙы белһәк кенә беҙ милләт булараҡ үҙ асылыбыҙҙы, йөҙөбөҙҙө һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”, — тине баш ҡала ҡунаҡтары.
Семинарҙың практик өлөшөндә Гөлгөнә Баймырзина етәкселегендәге "Селтәр" студияһы оҫтабикәләре Фәнүзә Аллағолова менән Фәнисә Минғәлимова хәситә, ҡашмау, таҡыя тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Быларҙың барыһы тураһында тулыраҡ район гәзиттәрендә уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.