

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә рәсем, хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы Руфина Филүс ҡыҙы Әхмәтшина һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова 5-се, 6-сы , 8-се класс уҡыусылары менән ҡурсаҡ театры ойоштора. Күптән түгел балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Шалҡан” рус халыҡ әкиәтенә яңыса һулыш өрөп, башҡорт телендә сәхнәләштерәләр.
- Был әкиәтте кескәйҙәр шул тиклем яратып ҡабул итте. Тамаша ваҡытында эй ҡыуанып ултырҙылар. Уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә “артистар” булыу бик оҡшаны. Ҡурсаҡтарҙың да күбеһен, кәрәкле декорацияны ла бергәләп әҙерләнек. Мәктәп уҡыусылары өсөн дә был әкиәтте сәхнәләштерәсәкбеҙ. Әкиәт геройҙарының һүҙҙәрен дә уҡыусылар башҡортса бик тиҙ ятлап, образға инеп, ихлас уйнаны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Альмира Таһирйән ҡыҙы.
Тылсымлы, изге әкиәт донъяһына илтеүсе “Ҡаҙансы йондоҙсоҡтары” ҡурсаҡ театрына “афарин” !
Наилә Имаева.