Урмияҙҙар ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған “Ҡабыҡ төшөрөү” йолаһын тергеҙеп сәхнәләштерә. Жюри һайлап алған иң яҡшы коллектив булараҡ улар Гала–концертта ла сығыш яһаны. “Умырзая”лар йүкә ағасының үҙенсәлеге, файҙаһы, көнкүрештә ҡулланылышы хаҡында бик бай мәғлүмәт еткерҙе. “Йүкә ағасы башҡорттарҙа ҡиммәтле һәм изге ағастарҙан һаналған.Билдәле булыуынса йүкә –әрһеҙ ағас.Ул төҙөлөш материалы булараҡ ҡулланылған. Иң һәйбәт төҙөлөш ағасы булып һөйән йүкә һаналған... Тәҙрә кәсәктәре, һауыт-һаба, һандыҡ, тәпән, иләүес,кәштә, арба, сбруй, ағас мискә, ағас күнәк эшләгәндәр...” – тип һөйләнеләр. Бер нисә минутлыҡ сығыштары ваҡытында улар ҙур оҫталыҡ менән йүкә ағасынын ҡабыҡ төшөрөп, артабан мунсала тарау, унан инде төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтарын эшләүҙе лә тасуирлап күрһәтте. Йүкәнән септә, ҡап һуғалар, өй ағартыу өсөн бумала, мунса йыуғысы ла эшләгәндәр.
Шулай итеп, урмияҙҙар заман үҙгәреү менән онотола барған кәсепте, йоланы тергеҙеп, йүкә ағасының ата-бабаларыбыҙ көнкүрешендә бик ҙур урын алыуын иҫбатланы һәм бөгөн дә ошо кәсептәрен онотмай, ҡулланып, файҙаланыуҙарын күрһәтте. Урмияҙҙарҙың сығышы ошо темаға ҡағылышлы таҡмаҡтар, йомаҡтар, мәҡәлдәр, йыр-моңдар, бейеүҙәр менән үрелеп, бик күңелле һәм мауыҡтырғыс булды.