Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
10 Март 2020, 16:15

Эстафетаны солтанбәктәр ҡашҡаларға тапшырҙы

Бөгөн Сураш ауылы клубында “Йырсы ауыл” вокал конкурсы һәм “Мәңгелек хәтер” эстафетаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Мәңгелек хәтер” эстафетаһы районыбыҙҙа 24 февралдә старт алғайны. Ауылдан-ауылға күсеп йөрөүсе “Мәңгелек ут” капсулаһы 20 апрелдә районыбыҙ буйлап үҙенең сәйәхәтен тамамлаясаҡ. Эстафета Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған. Уның маҡсаты: йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.

Эстафета символын Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллинға тапшырҙы.

Артабан Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто һәм Сураш ауыл клубы йырсылары һәм вокаль коллективтары конкурс программаһы тәҡдим итте.

Наилә Имаева.

Читайте нас