Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Март 2020, 17:35

Эстафета дауам итә

“Мәңгелек ут” капсулаһын ҡашҡалар урмияҙҙарға тапшырҙы.

- Бөгөн Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда “Йырсы ауыл” вокал конкурсы һәм “Мәңгелек хәтер” эстафетаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.“Йырсы ауыл”да Ҡашҡа, Билгеш, Әмир ауылдарынан йырсылар, вокаль ансамблдәр ҡатнашты. Барыһы 14 номер булды. Патриотик йырҙар менән халыҡ һәм эстрада йырҙары ла яңғыраны. Азат Әбүбәкеров етәкселегендәге “Дуҫлыҡ” халыҡ уйын ҡоралдары һәм Резеда Хәйрисламова етәкселегендәге ҡалаҡсылар ансамблдәре сығыштары сараға тағы ла йән өрҙө. Конкурс барышында башҡорт, татар, рус телдәрендә йырҙар, таҡмаҡтар яңғыраны, - тип һөйләне Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина.

Эстафета символын Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллин Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлинға тапшырҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас