Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Март 2020, 05:50

Икеләтә байрам!

Бөгөн, 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, Билгеш ауылында ғүмер итеүсе Фәнзиә Хәким ҡыҙы Сәмиғуллина 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Фәнзиә Хәким ҡыҙы Бөйөк Еңеү яҙында, 1945 йылдың 8 мартында, Ҡариҙел районы Мәлик ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы менән әсәһенән яҡшы тәрбиә алып, бар эшкә лә өйрәнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Шафран училищеһына юллана. Унда ла үҙен һынатмай, яҡшы уҡыуы өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ветеринар белгеслегенә эйә булып, үҙ ауылына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын башлағас, күп тә үтмәй Асҡын егете Әлтәф Сабир улын осрата. 1977 йылда ике йәш йөрәк сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә Асҡын районы Билгеш ауылында төпләнә.
Сәмиғуллиндарҙың донъяларына йәм өҫтәп, бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә - өс ҡыҙ һәм бер малай. Уларҙың һәр береһенә матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар.
Фәнзиә апай менән Әлтәф ағай оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донья көтә. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡайтыуын Фәнзиә апай тәмле аштары, мейестән бешеп сыҡҡан икмәктәре, йылы ойоҡбаштары менән көтөп тора.
Иман юлында булған Фәнзиә Хәким ҡыҙы биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, доғаларын уҡып, яҡындарын ҡурсалап тора, ил-көнөбөҙгә именлек теләй.
Бар ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Сәмиғуллиндарҙы ауылдаштары ла хөрмәт итә. Күршеләре менән яҡшы мөнәсәбәттәләр.
Фәнзиә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл клубында эшләй. Әлтәф ағай менән бергәләп төрлө сараларҙа ҡатнашып, сәхнә түренән төшмәй.
- Үҙебеҙ күптән инде атай, әсәй булһаҡ та, уларҙың биргән кәңәштәренә, тәрбиәләренә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, - ти ҡыҙҙары Илүзә. Беҙ, балалары, алыҫ араларҙы яҡынайтып улар янына ҡайтып торабыҙ. Оло ҡыҙҙары Глүзә тормош иптәше Зәбир менән Ҡариҙел районы Йәштәр ҡасабаһында йәшәп, ике бала тәрбиәләһә, икенсе ҡыҙҙары Флүзә иптәше Артур менән бер ҡыҙ үҫтерә. Улдары Әлфит тормош иптәшем Таңһылыу менән ике ул үҫтереп, Асҡын ауылында йәшәй. Мин дә тормош иптәшем менән ағайым янында төпләндем. Бер ул үҫтерәбеҙ.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ дөрөҫ юл менән тормошҡа аяҡ баҫтырғандарына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ.
Бөгөн һөйөклө әсәйебеҙ 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уның изге күңеле, шат йөҙө тормошобоҙҙа маяҡ булып яҡтыртып торһон. Атайыбыҙ менән тағы ла оҙаҡ йылдар бер-береһенә терәк-таяныс булып, беҙҙе шатландырып йәшәһендәр.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, бары өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең янында
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Ошондай йылы ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе Сәмиғуллиндарҙың ҡыҙҙары Илүзә.
Наилә Имаева.
Читайте нас