Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Март 2020, 19:05

Бауырһаҡ бешереү серҙәрен беләләр

«Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестивале сиктәрендә “Табын күрке - бауырһаҡ” йолаһын тергеҙеп сәхнәләштереүсе Яңы Ҡара ауыл мәҙәниәт йортоноң Гөлнара Шәйхинурова етәкселегендәге “Толпар” фольклор коллективы 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

- “Табын күрке - бауырһаҡ” йолаһы милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, оҫта бешереү серен йәш быуынға тапшырыу кеүек оло маҡсаттарға йүнәлтелде, - ти Гөлнара Шәйхинурова. - Бәхетебеҙгә күрә, ауылыбыҙҙа бауырһаҡ бешереү оҫталары күп. Рушания Хажиәхмәтова, Ләйсән Ғәлимйәнова, Нажия Мостафина, Фларида Шәрәфисламова, Альбина Хәйруллина, Сулпан Шәйхинурова бауырһаҡ бешерҙе, байрамда ла ҡатнашты. Миңзилә апай Мөғтәбәрова – ҡәйнә, Гүзәлиә Вәлиева – башҡалар менән килен, Рәүизә Шәрәфисламова – бейеүсе ҡоҙағый, Гөлсинә Фазылйәнова, Зәлиә Мәүлимшина - ҡоҙасалар, Зәләф Мостафин – умартасы ҡоҙа, Илфир Шәйхинуров, Раил Шакиров гармунсы ролдәрен башҡарҙы.

Яңы Ҡара ауылы коллективының йыр-бейеү, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән үрелеп барған сығышы аш-һыуға ихтирам уятҡан, милли аңыбыҙҙы үҫтергән матур сара булды.
Наилә Имаева.
Читайте нас