

- Байрам бик матур, йөкмәткеле, фәһемле булды. Уҡыусылар алған белемдәрен күрһәтте. Улар уҡырға ла, яҙырға ла, һөйләргә лә оҫтарып бөткән.
Байрамда 5-се класс уҡыусылары Әхмәтов Артур, Вәғизйәнова Ләйсән, Ғәлиәкбәрова Юлиә, Рәжәпова Гүзәл,Тимерйәнова Ангелина, Кәлимуллина Азалия, Әхмәтйәнова Аделина төрлө әкиәт геройҙары булып ҡатнашты.
Уҡытыусылары Альмира Рәфиҡ ҡыҙы Арысланбәкова әҙерләгән байрам йыр, бейеү, төрлө шиғырҙар менән үрелеп барҙы. 4-се класс уҡыусылары Вилданова Азалия һәм Хәтипйәнов Вилдан беренселәргә уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Ата-әсәләр исеменән Люциә Илгизәр ҡыҙы Зиннурова уҡыусыларға матур теләктәрен еткереп, уңыштар теләне. Күңелле байрам бергәләп сәй эсеү менән тамамланды, - тип һөйләне Ҡубияҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина.
Шулай итеп, беренселәр Альмира Рәфиҡ ҡыҙы етәкселегендә байрам иртәлегенә саҡырылған ата-әсәләре алдында матур итеп сығыш яһай, уҡыу йылы дауамында өйрәнгән һөнәрҙәрен күрһәтә.
Наилә Имаева.