Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Март 2020, 09:40

Гүзәл заттар – тормош биҙәге

Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлап, дәүләт наградалары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Кисә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән «Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестиваленең Гала-концертында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне. Ришат Марат улы гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп, иң йылы һәм изге теләктәрен еткерҙе.- Был яҡты байрам һәр ваҡыт яҙ, матурлыҡ һәм наҙлылыҡ, ғаилә усағы йылыһы, яңы тормош башланыуын сағылдыра. Халҡыбыҙ йәмғиәттә һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтен “ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы”, тип ҡыҫҡа, әммә бик тапҡыр баһалаған. Ысынлап та, тормоштоң ни тиклем камил, матур һәм етеш булыуында иң тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙың ролен танырға кәрәк: ул ғаиләлә лә, эштә лә, йәмғиәттә лә тотороҡлолоҡ, татыулыҡ, бөхтәлек булдырыуы менән абруйлы һәм ҡәҙерле. Районыыҙҙың ниндәй генә тармағын алһаҡ та, һер ерҙә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте, яңы ҡаҙаныштары менән һөөндөрә. Районыбыҙҙағы 15 ауыл биләмәһенең береһен ҡатын-ҡыҙ етәкләй, ауыл Советтарында эштәр менән 15 ҡатын-ҡыҙ идара итә, 30 гүзәл зат төрлө ойошма һәм учреждениеларҙы етәкләй. Районыбыҙҙың мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһында, предприятиеларҙа һәм ауыл хужалығында, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итәһегеҙ, һеҙҙең менән теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин, - тине ҙур ғорурлыҡ менән Ришат Марат улы тәбрикләү сығышында . - Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр ғаилә усағын һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт мөхәббәт һәм именлек тантана итһен, яҡындарығыҙ һеҙҙе хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алһын, ә яҙ һеҙгә тик шатлыҡтар ғына алып килһен һәм бөтә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Ришат Марат улы байрам алдынан Өфөлә република башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алған Солтанбәк ауылында йәшәүсе 8 бала әсәһе Фәридә Рәхимйәнованы ла ихлас ҡотланы. 1999 йылдан алып бындай награданы районыбыҙҙың күп бала тәрбиәләүсе 134 ҡатын-ҡыҙы алған.Артабан район хакимиәте башлығы Асҡын ауылында йәшүсе тыл ветераны Раиса Кирилловна Зуеваға – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, ә Нина Васильевна Овчинниковаға республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Ришат Марат улы шулай уҡ 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан йәмәғәт эштәрендә һәм районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы бер төркөм гүзәл заттарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.Наилә Имаева.

Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлап, дәүләт наградалары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Кисә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән «Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестиваленең Гала-концертында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне. Ришат Марат улы гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп, иң йылы һәм изге теләктәрен еткерҙе.

- Был яҡты байрам һәр ваҡыт яҙ, матурлыҡ һәм наҙлылыҡ, ғаилә усағы йылыһы, яңы тормош башланыуын сағылдыра. Халҡыбыҙ йәмғиәттә һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтен “ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы”, тип ҡыҫҡа, әммә бик тапҡыр баһалаған. Ысынлап та, тормоштоң ни тиклем камил, матур һәм етеш булыуында иң тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙың ролен танырға кәрәк: ул ғаиләлә лә, эштә лә, йәмғиәттә лә тотороҡлолоҡ, татыулыҡ, бөхтәлек булдырыуы менән абруйлы һәм ҡәҙерле. Районыыҙҙың ниндәй генә тармағын алһаҡ та, һер ерҙә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте, яңы ҡаҙаныштары менән һөөндөрә. Районыбыҙҙағы 15 ауыл биләмәһенең береһен ҡатын-ҡыҙ етәкләй, ауыл Советтарында эштәр менән 15 ҡатын-ҡыҙ идара итә, 30 гүзәл зат төрлө ойошма һәм учреждениеларҙы етәкләй. Районыбыҙҙың мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһында, предприятиеларҙа һәм ауыл хужалығында, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итәһегеҙ, һеҙҙең менән теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин, - тине ҙур ғорурлыҡ менән Ришат Марат улы тәбрикләү сығышында . - Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр ғаилә усағын һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт мөхәббәт һәм именлек тантана итһен, яҡындарығыҙ һеҙҙе хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алһын, ә яҙ һеҙгә тик шатлыҡтар ғына алып килһен һәм бөтә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Ришат Марат улы байрам алдынан Өфөлә република башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алған Солтанбәк ауылында йәшәүсе 8 бала әсәһе Фәридә Рәхимйәнованы ла ихлас ҡотланы. 1999 йылдан алып бындай награданы районыбыҙҙың күп бала тәрбиәләүсе 134 ҡатын-ҡыҙы алған.

Артабан район хакимиәте башлығы Асҡын ауылында йәшүсе тыл ветераны Раиса Кирилловна Зуеваға – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, ә Нина Васильевна Овчинниковаға республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Ришат Марат улы шулай уҡ 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан йәмәғәт эштәрендә һәм районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы бер төркөм гүзәл заттарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас