Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Март 2020, 11:55

Район хакимиәте башлығы менән “тура бәйләнеш” үтте

Барлығы 60-ҡа яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителде. Тулыраҡ:

Бөгөн, 6 мартта, район хакимиәтенең ултырыштар залында район хакимиәте башлығы Ришат Дихин менән икенсе тапҡыр ”тура бәйләнеш” үтте.
Ришат Марат улына халыҡтан барыһы 60-ҡа яҡын мөрәжәғәт килде. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә 30-ҙан артығына яуап бирҙе. Һорауҙарҙы телефон аша шылтыратып та, шәхсән килеп тә бирҙеләр. Мәҫәлән, Асҡын ауылынан Гранит Фәйзуллин — эсер һыуға, Рита Исламова магазиндарҙа халыҡты хеҙмәтләндереү кимәленә ҡағылышлы һорау бирһә, Арбаш ауылынан килеүсе Мәрфуға Нәбиуллина 14 йәшенән ауыр эштәрҙә эшләгән әсәһе Шаһидә Дәүләтшина өсөн нисек “Тыл ветераны” таныҡлығын юллау мәсьәләһен күтәрҙе. Әйткәндәй, һуңғы темаға һәм төрлө ташламалар юллауға бәйле мөрәжәғәттәр күп булды. Һәр бер һорауға Ришат Марат улы тулы яуап бирҙе.
Электрон почтаға һәм ватсапҡа килгән бөтә һорауҙарға ла, әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә генә яуап биреп бөтә алманы. Ҡалған һорауҙарға район гәзитендә һәм шәхсән яуаптар биреләсәк.
Халыҡты күберәге газ үткәреү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү кеүек һорауҙар борсой. Бынан тыш, ауыл һәм урман хужалығы, төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү, халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды.

Район хакимиәте башлығына халыҡтан алдан килгән һорауҙарҙы Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова уҡып ишеттерҙе.
Наилә Имаева.
Читайте нас