Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Март 2020, 19:35

Телһөйәрҙәр ҙә, һылыуҙар ҙа, оҫталар ҙа!

Иң наҙлы, зирәк, һөйкөмлө, моңло, ижади ҡарашлы һылыуҙарҙың оҫталыҡта һынау тотҡанын күргәнегеҙ бармы? Булмаһа, Асҡын 2-се урта мәктәбендә башҡорт телендә шундай йәнле һәм йәмле итеп үткән сара тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ:

Ҡыҙ кеше - илаһи зат, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә ул, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө лә бит нәҡ тәбиғәт уянғанда, яҙ башында билдәләнә. Был байрамды һәр ерҙә көтөп алып, ҙур әҙерлек менән билдәләйҙәр. Мәктәптәрҙә лә ошо уңайҙан төрлө саралар үтә башланы.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә Асҡын 2-се урта мәктәбендә бөгөн 5-се һәм 6-сы класс уҡыусылары араһында “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” бәйгеһе үтә. Башҡорт телендә башҡорт йыр-моңдары, бейеүҙәре менән үрелеп барған рухлы байрамды башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова әҙерләп үткәрә. Уға 5В класы уҡыусылары ярҙам итә.

Береһенән-береһе һылыуыраҡ ҡыҙҙар Виктория Ильина (5А), Ралина Ғайсина (5Б), Азалия Ғәлимйәнова (5В), Илвина Ғарифуллина (5Г), Азалия Шаһиева (6А), Азалия Батырова (6Б), Рузалина Хөснуллина (6В) башҡорт телендә үҙҙәре менән таныштырып, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләй, прическа яһау буйынса һәм ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтә, башҡорт аш-һыуҙарын белеү буйынса белемдәрен һынай. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙенсә балҡый. Улар сағыу ҙа, оҫта ла, зирәк тә, һәләтле лә. Һәр береһе ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләгән. Виктория - мәрйендәрҙән төрлө биҙәүестәр теҙергә, Ралина – уйынсыҡтар тегергә, Азалия кипкән сәскәләрҙән, үләндәрҙән аппликация яһарға, Илвина - тәмлекәстәр бешерергә, Азалия – йырларға, Азалия менән Рузалина һүрәт төшөрөргә ярата икән. Улар ошо шөғөлдәре тураһында бик матур итеп башҡортса һөйләй, ә Азалия Шаһиева йырлап күрһәтә.

Ҡыҙҙарҙың башҡорт аш-һыуҙарын белеүен асыҡлау өсөн “Кем күберәк белә?” һынауын үткәрәләр. Алдан әҙерләнгән сәскә таждарына бәйгеселәр аш-һыу исемен яҙа.

Прическа эшләүҙә лә һынатмай һылыуҡайҙар.

Ҡыҙҙар ошо биремдәрҙе үтәгәндә Марсель Сәмиғуллин (5В) тамашасыларға башҡорт бейеүен тәҡдим итә. 5В класы уҡыусылары башҡарған “Ҡарлуғастар төйәге” йыры ла көслө алҡыштарға күмелә. Сараны күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр юлдары менән йәнле итеп 5В класы уҡыусылары Самир менән Илназ башлап ебәрә.

Шулай “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” бәйгеһе бик күңелле үтә. Башҡорт теле уҡытыусылары Дилбәр Заһиҙуллина, Рәйлә Ҡәйүмова һәм Рәзифә Сәйәхинурованан торған абруйлы жюри еңеүселәрҙе төрлө номинацияларҙа билдәләй.

Асҡын 2-се мәктәбендә Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән сираттағы сара ла уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.

Наилә Имаева.

Читайте нас