

Ҡубияҙ ауылында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап үткәрелгән был сара тураһында урындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина хәбәр итте.
Бәйгене химия уҡытыусыһы Гөлшат Фоат ҡыҙы Ғәлимйәнова менән музыка уҡытыусыһы Миләүшә Фәрзәт ҡыҙы Әүбәкерова әҙерләп үткәрә.
Гүзәл заттарҙы байрам менән ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мират улы Ғәбделхәйев һәм мәктәп директоры Азат Фәниз улы Әхмәтйәнов ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
- Байрамды 8-се класс уҡыусылары Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған монтаж менән башлап ебәрҙе.Бәйгелә мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың әсәләре оҫталыҡта, тапҡырлыҡта көс һынашты. Сарала ҡатнашыусы биш пар - Шәрәфетдиновтар,Сәфетдиновтар,Тимерйәновтар, Фәйрушиндар һәм Закировтар тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәр береһе музыкаль күстәнәс тә әҙерләгәйне, ҡул эше йәки аш-һыу әҙерләү оҫталығын да күрһәтте.
Һынауҙар моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Ғаяз ҡыҙы Фәтихова етәкселегендәге “Әхирәттәр” фольклор ансамбле байрам уңайынан йырҙар теҙмәһен башҡарып, сараға йән өрөп ебәрҙе. Улар “Тиҙәк баҫыу” йолаһын дә сәхнәләштерҙе. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе төрлө номинациялар буйынса билдәләне, - тине Илүзә Әлтәф ҡыҙы.
10 класс уҡыусыһы Аделина Сөнғәтуллина һәм 9 класс уҡыусыһы Искәндәр Хәбибуллин алып барған сара бик күңелле үтә. Ауыл халҡы ял итеп, яңы көс-дәрт алып тарала.
Наилә Имаева.