

- Бөгөн 8-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресен халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Һәҙиә Дәүләтшинаның ижады һәм тормош юлына бағышланым. Уҡыусылар яттан шиғыр,өҙөктәр һөйләнҽ.Дәрҽс бик йөкмәткеле, фәһемле, мауыҡтырғыс булды, - тип хәбәр итте Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова.
Наилә Имаева.
Теманы дауам итеп...
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март 1905 — 5 декабрь 1954) — башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).
1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрө ҡалаһында вафат була. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .
Тормош юлы
1920 йылдарҙа Һамар губернаһыДиңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.
1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.
1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.
1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.
1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.
1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булыуында ғәйепләп, ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.
1937—1942 йылдарҙа Мордовия Темников лагерҙарында ултыра.
1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.