

Солтанбәк урта мәктәбендә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" девизы аҫтында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап үткәрелгән саралар тураһында мәктәп директоры урынбаҫары Алһыу Фәрәхова хәбәр итте.
Кисә - 1-4се, бөгөн иһә 5-10-сы класс ҡыҙҙарынан торған йыйылма командалар араһында "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" ярышы ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән бик күңелле үтә.
Сараларҙы Фәниә Хәниб ҡыҙы Насертдинова, Фәнзилә Мәғәмүр ҡыҙы Суфиянова һәм Филира Мөғәллим ҡыҙы Шәрәфетдинова әҙерләп үткәрә.
Бәйгеселәр алдан үҙенсәлекле итеп сәләмләү, флешмоб әҙерләй. Ярыш ваҡытында улар отҡорлоҡта, етеҙлектә, оҫталыҡта һынау тота.
Ярыш сәме, көс-дәрт урғылып торған сара барыһына ла байрам кәйефе бүләк итә.
Шулай солтанбәктәр тырышып уҡырға ла, күңелле итеп ял итергә лә өлгөрә. Афарин!
Наилә Имаева.