

Бөгөн,4 мартта, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күп балалы гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшыра. Радий Фәрит улы әсәләрҙе улар өсөн әһәмиәтле ваҡиға һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп, Волга буйы федераль округында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостандың беренсе урында булыуын билдәләй.
- Республикабыҙҙа күп балалы 50 мең ғаилә йәшәй. Бөгөн тағы ла 50 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын ҡыуанып тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә дөйөм алғанда 251 бала тәрбиәләнә. Балаларыбыҙ сәләмәт, аҡыллы һәм сифатлы белем алып үҫһен һәм киләсәктә үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алып, ныҡлы ғаилә ҡорһон өсөн беҙ артабан да ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары, спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ, - ти Радий Фәрит улы сығышында.